Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛИҠОВ Муллайән Дәүләтша улы

Просмотров: 570

ХАЛИҠОВ Муллайән Дәүләтша улы [4.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҡтау а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Иҫке Аҡтау а., — 27.9.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, Ҡыҙыл профессура иҡт. ин-тын (Мәскәү, 1933) тамамлаған. 1915 й. алып Орск ҡ. уҡытыусы, 1917 й. башлап Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР-ҙың Баймаҡ р-ны) земство китапханаһы мөдире, бер үк ваҡытта 2 класлы Темәс халыҡ уч-щеһында (ҡара: Темәс урта мәктәбе) уҡытыусы булып эшләй. 1918 й. мартынан Троицк ҡ. һәм Троицк өйәҙенең мосолман эштәре б-са комиссары. Июндән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, Башҡорт хөкүмәтенең тышҡы бәйләнештәр б-са вәкиле. Июлдә Һамар ҡ. Башҡорт хәрби шураһы исеменән Башҡорт ғәскәрен ҡорал м-н тәьмин итеү т-да Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты м-н һөйләшеүҙәр алып бара. Авг. алып Көҙәй кантонында Башҡорт хөкүмәте вәкиле. 1919 й. ғин.—февр. Өфөлә М.А.Ҡулаев һәм Ә.И.Бикбауов м-н берлектә баш­ҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы т-да совет власы вәкилдәре м-н һөйләшеүҙәр алып бара, мартта “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Майҙан алып Көнсығыш фронттың Көньяҡ армиялар төркөмө штабы ҡарамағында (Һамар) Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты вәкиле, 1920 й. апр. башлап Тамъян‑Ҡатай кантонының революцион ком-ты рәйесе, АБСР-ҙың соц. тәьминәт б-са халыҡ комиссары. 1921 й. ғин. — мәғариф халыҡ комиссары, июлдән Башҡорт респ. Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе. 1925 й. башлап Рәсәй ауыл банкы идараһында, артабан РСФСР Финанс ХК-ның бюджет идаралығында эшләй (Мәскәү). Репрессиялана (1937), атыла. 1958 й. аҡлана.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019