Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЦЕДОН, минерал

Просмотров: 480

ХАЛЦЕДОН (гр. chalkedon), минерал, кварцтың микросүсле төҙөлөшө булған йәшерен кристаллы төрө, SiO2. Составына 97—99% SiO2, Fe3+, Mn һ.б. ҡушылмалар инә. Агрегаттары: һарҡыу бөрө һымаҡ, ҡабыҡтар, төйөрсәләр. Төҫө б-са Х. төрҙәре: ҡыҙғылт аҡыҡ, карнеол (ҡыҙғылт һары), хризопраз (йәшел алма һымаҡ), сардер (ҡыҙғылт һоро), сапфирин (зәңгәрһыу һоро), плазма (тоноҡ йәшел һуған һымаҡ), гелиотроп, микрит (ҡыҙыл таплы һоро), стефаник (ҡыҙыл нөктәле аҡ йәки аҡһыл һоро) һ.б.; текстураһы б-са — аҡыҡ, оникс; сит өлөшсәләрҙең характеры б-са — моховик, йәки мүкле аҡыҡ (йәшел хлоритты йәки актинолитты үҙ эсенә алған ярым үтә күренмәле Х.), мокка-штейн, йәки дендрагат (марганец йәки тимер оксидтарының дендриттарын үҙ эсенә алған Х.), һ.б. Ҡатылығы 6,5—7, тығыҙлығы 2550—2640 кг/м3. Түбән т-ралы гидротермаль эретмәләрҙән йәки ашалыу һәм диагенез процестарында барлыҡҡа килә. Х. тоҡомдары абразив, зәргәр-биҙәү, коллекция материалы, техник таш булараҡ ҡулланыла. БР-ҙа Х. Магнитогорск мегасинклинорийының вулканиттарындағы миндалиналарҙа, саҡматаштарҙа (палеозойҙың ултырма тоҡомдарында төйөрсәләр һәм линзалар барлыҡҡа килтерә), яшмоидтарҙа, кремнийлы һәүерташтарҙа, ашалыу ҡатлауҙарында күҙәтелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019