Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ

Просмотров: 576

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының ҡораллы көстәре. 1918 й. 8 июнендә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары ком-тының Баш штабы приказы б-са Һамар ҡ. ойошторола. Х.а. составына Төньяҡ (Кама буйы), Сызрань (Волга буйы), Хвалынск (Көньяҡ) ғәскәрҙәре төркөмө, ш. уҡ Башҡорт айырым корпусы инә. Х.а. РККА-ның Көнсығыш фронты 1-се һәм 4-се армияларына, Волга буйы һәм Урал терр-яһында партизандар отрядтарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Июль—августа Х.а. ғәскәрҙәре тарафынан Екатеринбург, Ҡазан, Ырымбур, Сембер һәм Өфө ҡҡ. алына, сент. улар Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме һөҙөмтәһендә ҡалдырыла. 1918 й. 23 сент. алып Х.а. Волга буйы армия корпусы булараҡ Рус армияһы составына инә. Х.а. ғәскәрҙәре командующийҙары: полк. Н.А.Галкин (июнь), С.Чечек (июль—сент.).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019