Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР

Просмотров: 741

ХАЛЫҠ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР, Башҡортостан Республикаһының Х.-а.б. РФ һәм БР Конституциялары, “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен координациялау тураһында” РФ Законы (1999), Халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте м-н Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында хакимиәт даирәһе һәм вәкәләттәрҙе сикләү т-дағы килешеүгә (1994), “Башҡортостан Республикаһында сит ил инвестицияһы эшмәкәрлеге тураһында” (1991), “Башҡортостан Рес­публикаһы дәүләт власы органдарының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәре хаҡында килешеүҙәре тураһында» (2003) БР закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы тормошҡа ашырыла. БР-ҙың Х.-а.б. дәүләт һәм йәмәғәт ин-ттары билдәләй: Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, БР Тышҡы иҡт. бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы һ.б. федераль, респ. власть органдары, коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм пр-тиелар. Баш­ҡортостан РФ Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Субъект башлыҡтары советының эшсе төркөмө составына инә, хөкүмәт-ара комиссиялар эшендә ҡатнаша.

Тышҡы сауҙа эшмәкәрлегендә республиканың 500-ҙән ашыу пр-тиеһы һәм ойошмаһы шөғөлләнә (2007). БР м-н 91 ил хеҙмәттәшлек итә (2007): Бөйөк Британия, Германия, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Нидерланд, Финляндия, Чехия, Үзбәкстан һ.б. Башҡортостан Республикаһы вәкиллектәре Венала (Австрия), Истанбулда (Төркиә) һәм Астанала (Ҡазағстан), БР Тышҡы иҡт. бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы вәкилдәре 9 илдә эшләй. 2008 й. сит илдәр м-н 14 хөкүмәт-ара килешеү төҙөлгән. БР Төрки мәҙәниәт һәм сәнғәтте берлектә үҫтереү б-са ойошма (ТӨРКСОЙ, 1993 й. алып), Европа төбәктәре Ассамблеяһы (АЕР, 1996 й. алып), Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт б-са БМО ойошмаһы (ЮНЕСКО, 1998 й. алып), сәнәғәтте үҫтереү б-са БМО ойошмаһы (ЮНИДО, 1999 й. алып) м-н хеҙмәттәшлек итә.

БР-ға 71 дәүләттән продукция килтерелә, респ. продукцияһын 80 ил һатып ала. 2007 й. тышҡы сауҙа әйләнеше 8 млрд АҠШ доллары тәшкил итә: яғыулыҡ-энергетика, химия, машиналар эшләү комплексы һ.б. продукциялар экспорты — 90%, аҙыҡ-түлек, а.х. сеймалы, а.х. техникаһы һ.б. им­порты — 10%. 27 илдән сит ил инвестициялары күләме — 525,4 млн доллар, төп инвесторҙар: Австрия, Бөйөк Британия, Ирландия, Кипр, Төркиә. Республикала 344 берлектәге предприятие һәм 23 дәүләттән 439 сит ил ойошмаһы теркәлгән.

БР ФА – 30 илдең 100 фәнни ойошмаһы, ӨДАТУ — 14 ил, БДУ һәм БДМУ — 8, БДАУ — 6, ӨДНТУ 5 ил м-н хеҙмәттәшлек итә. 1998 й. БР-ҙа 35 фәнни һәм эшлекле күргәҙмә ойошторола: “Газ. Нефть—98” (Дания, Швеция, АҠШ, Ирландия, Польша һ.б. илдәрҙән 250 компания ҡатнаша), “АГРО—98” (Испания, Бельгия, Болгария, Германия, Франция, Нидерланд, Словакия, АҠШ, Хорватия һ.б. 125 пр-тие) һ.б. 2007 й. 46 күргәҙмә үткәрелә: “Газ. Нефть. Технологиялар—2007», “Халыҡ- ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы» һ.б.; БР пр-тиелары һәм ойошмалары 40 Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 2008 й. ЮНЕСКО штаб-фатирында (Париж) “Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән» презентацияһы үткәрелә, унда башҡорттарҙың мәҙәниәте, фән, мәғариф, йәштәр сәйәсәте, спорттың милли төрҙәре, хәҙ. һынлы сәнғәт һәм фотосәнғәт, БР-ҙың шифахана‑курорт учреждениелары тәҡдим ителә.

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре 20 телдә баҫылған, 30 илдең донъя әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 50-нән ашыу илдә сығыш яһаған.

Республикала “Башҡортостан–Бөйөк Британия», “Башҡортостан–Һиндостан»,“Башҡорто­стан–Ҡытай», “Башҡортостан–АҠШ”, “Башҡортостан–Франция» дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәттәре, милли‑мәҙәни берекмәләр эшләй.

Урал төбәге каруан сауҙа юлдары аша Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия, Скандинавия һ.б. м-н бәйле була. Биҙәр заводына, Воскресенка заводына, Ҡыштым тау заводтары йәмғиәтенә, Ҡытаутамаҡ заводына һ.б. пр-тиеларға сит ил кешеләре хужа була. Франк-Бельгия эшҡыуарҙары – Кочкарь алтын приискылары аноним йәмғиәтен (1897), Бельгия эшҡыуарҙары – Успенка алтын приискылары йәмғиәтен (1898), инглиздәр Орск алтын промыслалары (1906), Троицк алтын промыслалары (1907) йәмғиәттәрен, Вагран алтын табыу йәмғиәтен (1906) ойоштора. Лондонда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) Златоуст (Косотур) заводында ҡойолған ҡорос пушкалар, Ырымбур шәлдәре күрһәтелә.

1921—22 йй. аслыҡарҡаһында респ. башҡа төбәктәр м-н бер рәттән Европа дәүләттәре һәм АҠШ-тан (ҡара: Америка ярҙам администрацияһы) аҙыҡ-түлек һәм финанс ярҙамы ала, респ. Ҡытай һәм Иран хәйриә ойошмалары эшләй. БАССР-ҙа Италияла забастовка иғлан иткән эшселәргә ярҙам итеү (1922), Германия эшселәре балаларына (1924), Бөйөк Британия таусыларына аҡса йыйыу (1926), фашист диктатураһына ҡаршы көрәшкән Испания халҡына теләктәшлек белдереү (1936) кампаниялары үткәрелә. Сит ил эшселәре м-н бәйләнеште нығытыу б-са эштәр Революция көрәшселәренә халыҡ‑ара ярҙам ойошмаһының Башҡ-н өлкә ком-ты тарафынан алып барыла. 1941—43 йй. Өфөлә Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты президиумы урынлаша, уның радиостанцияһы Европаның баҫып алынған илдәре өсөн 18 телдә тапшырыуҙар алып бара. 1942 й. Бөрө, Мәләүез ҡҡ., Благовар һәм Шишмә р-ндарына Испания республикасылары балалары эвакуациялана. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа БАССР сәнәғәт продукцияһы сит илгә ебәрелә башлай; 1959 й. респ. 32, 1989 й. 76 пр-тиеһы экспорт заказын үтәй. БАССР белгестәре Алжир, Болгария, Һиндостан, Ираҡ, Ҡытай, Румыния, Куба һ.б. илдәрҙә нефть ятҡылыҡтарын асыу һәм үҙләштереү, нефть эшкәртеү з-дтары төҙөү б-са эштәрҙә ҡатнаша. Республика пр-тиеларында сит ил эшселәре һәм белгестәре (“Башнефтехимзаводы” ПБ-нда 1963—72 йй. 400-ҙән ашыу сит ил гражданы, Белорет металлургия комбинатында 1969—78 йй. Венгрия, Вьетнам, ГДР, Польша, Чехословакия, Югославиянан 40-ҡа яҡын кеше) практика үтә. 1981 й. Лейпциг ҡ. (Германия) үткән халыҡ-ара йәрминкәлә тәүге тапҡыр СССР экспозицияһында респ. продукцияһы айырым бүлектә бирелә. 1971 й. респ. 82 пр-тиеһы 19 ҙур халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, ш. иҫ. “Карл Цейс Йен предприятиеһы продукцияһы” (ГДР, 1971), “ЧССР-ҙың теүәл приборҙары һәм радиотехникаһы” (1975), “Польшала эшләнгән” (1975), «“Балканкар” күтәреү-транспорт ҡорамалы» (Болгария, 1980), ҡатнаша. 1985 й. Башҡорт ҡурсаҡ театры тәүге тапҡыр Мозамбик, Лесото һәм Зимбабвела гастролдәрҙә була. 1986 й. Башҡорт драма театрыныңбер төркөм артистары Сүриәлә Халыҡ-ара театрҙар фестивалендә ҡатнаша. 60-сы йй. алып респ. шайбалы хоккей, футбол, спорт гимнастикаһы, ауыр атлетика, йөҙөү, спидвей б-са халыҡ-ара ярыштар үткәрелә. Интернациональ дуҫлыҡ һәм Тыныслыҡты һаҡлау комитеты йәмғиәттәренең Башҡ-н респ. бүлексәләре ойошторола. Шулай уҡ ҡара: Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, Тышҡы сауҙа.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019