Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ‑АРА КРЕДИТ

Просмотров: 485

ХАЛЫҠ‑АРА КРЕДИТ, ваҡытлыса бирелеү, кире ҡайтарыу һәм проценттар түләү шарты м-н бер дәүләт субъектының икенсе дәүләт субъектына бирә торған кредиты. Халыҡ-ара кредитлау килешеүен дәүләт органдары, халыҡ-ара финанс ойошмалары, физик һәм юридик шәхестәр төҙөй ала. Коммерция һәм финанс Х.-а.к. айырыла. Х.-а.к. айырым формаһы булып халыҡ-ара лизинг тора.

1991 й. тиклем Х.-а.к. СССР-ҙың Тышҡы иҡтисади банкыһы аша йәлеп ителә. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр либералләштерелгәндән һуң Башҡортостан үҙ аллы Х.-а.к. йәлеп итә башлай. Х.-а.к. күпселек өлөшө сит илдәрҙән ҡорамалдар һәм технологиялар һатып алыу өсөн файҙаланылған. 1992—2004 йй. Саксония ер банкыһы (ГФР) БР Хөкүмәте гарантияһы шарттарында респ. пр-тиеларына 9 млн немец маркаһы тапшыра, улар “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) тарафынан этилбензол һәм стирол етештереү ҡулайламаһын эшләү; “Башинформсвязь” ААЙ – немец цифрлы элемтә ҡорамалын алыу; “Башсельхозтехника” ДУП-ы тарафынан Германияла “Кейс” Америка фирмаһының иген урыу комбайндарын һатып алыу өсөн файҙаланыла. 90-сы йй. “KBC Bank” (Бельгия) “Нью-Холланд” Бельгия фирмаһының комбайндарын һатып алыу өсөн респ. 28 млн немец маркаһы; “Коммерчни банк” (Чехия) — “Шихан” ААЙ-ның ҡур яһау з-дын модернизациялау өсөн 3,3 млн доллар; Европа реконструкциялау һәм үҫеш банкыһы, Испанияның “Банко Бильбао Бискайя” банкыһы — “Башкелме” ААЙ-на Испанияла ҡорамалдар һатып алыу өсөн 22 млн доллар бүлгән. “Башнефтезаводстрой” ААЙ Америка Х.-а.к. аҡсаһына (3,2 млн доллар) “Бессер” Америка фирмаһы стена материалдарын етештереү өсөн ҡорамалдар һатып ала. “Уфаоргсинтез» ААЙ Италия Х.-а.к. аҡсаһына (70 млн доллар) полипропилен етештереү өсөн ҡулайлама төҙөй. 2004 й. Европа реконструкциялау һәм үҫеш банкыһы “УРАЛСИБ” банкыһына БР-ҙа бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау программаһын үҫтереү өсөн Х.-а.к. бирә. 2005 й. Европа реконструкциялау һәм үҫеш банкыһы, ике Төркиә банкыһы “Русджам-УФА” ЯСЙ-на Өфөлә быяла һауыт з-ды төҙөү өсөн 32,5 млн доллар бүлә, 2007 й. Европа реконструкциялау һәм үҫеш банкыһы “Өфө ҡ. торлаҡ хужалығы идаралығы”на Өфөнөң үҙәкләштерелгән йылылыҡ менән тәьмин итеүһәм таҙартыу ҡоролмалары системаларын модернизациялауға Х.-а.к. бирә.

2012 й. “Standard&Poor’s” һәм “Moody’s” халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары Башҡортостан Республикаһының рейтингын ярашлы рәүештә “ВВ+” һәм “Ва1” кимәлендә раҫлай. “Standard&Poor’s” агентлығының баһаһы б-са респ. рейтинг кимәле Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары кимәленән бер аҙ ҡалыша. 2012 й. дек. ҡарата БР-ҙа тупланған сит ил инвестицияларының дөйөм күләме 796,2 млн доллар тәшкил итә. БР-ҙағы сит ил капиталының 98,1%-ы түбәндәге илдәрҙең инвестициялары иҫәбенә тупланған: Кипр (296,3 млн доллар), Австрия (156,7 млн), Нидерланд (122,1 млн), Германия (104,7 млн), Бөйөк Британия (27,1 млн), Чехия (26,4 млн), Виргиния утрауҙары (13,1 млн), Швеция (13,0 млн), Корея Республикаһы (12,3 млн), Панама (9,6 млн доллар). БР-ҙа сит ил инвестицияларын йәлеп итеү динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

Б.Ф.Хисмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019