Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ

Просмотров: 554

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ, БР-ҙың йәмәғәт ойошмаһы, БР-ҙа һәм РФ-та милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), БР-ҙың Сыуаштар канашы (съезы), Башҡортостан урыҫтары соборы, Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма ком-ттары һ.б. милли‑мәҙәни берекмәләр тарафынан булдырыла. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы бүлексәһе. БР райондарында һәм ҡалаларында Х.а. советтары эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР-ҙың милли һәм соц.-иҡт. сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға, РФ составында Башҡортостандың хоҡуҡи хәлен нығытыуға, БР халыҡтарының мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлауға һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итеү; БР-ҙан ситтә йәшәгән башҡорттар м-н бәйләнеш урынлаштырыу (ҡара: Башҡорт диаспоралары) һ.б. Ойошма тарафынан 3 съезд (2000, 2009, 2015), даими рәүештә респ. халыҡтарының милли-мәҙәни бәйләнешенә арналған респ. фәнни-ғәмәли конф., байрамдар һ.б. саралар үткәрелә. Рәйестәре: Н.А.Мәжитов (2000 й. алып), Ә.Ғ.Мостафин (2009 й. алып), З.Й.Рәхмәтуллина (2015 й. алып).

Т.Х.Ишкинин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019