Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЬКОЗИН

Просмотров: 547

ХАЛЬКОЗИН (гр.chalkos — баҡыр), баҡыр ялтырауығы, сульфидтар класы минералы, Cu2S. Составына көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары пластинка, ҡыҫҡа призма формаһында, дипирамидаль, алты ҡырлы ҡушылмалары осрай. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, бөрсөктәр. Төҫө ҡарағусҡыл һоро, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2,5—3; тығыҙлығы 5780 кг/м3.

Мурт, электр үткәрә. Х. сәнәғәт тупланмалары баҡыр ятҡылыҡтарының окисланыу зоналарына бәйле. Окисланғанда куприт, малахит, азурит, саф баҡыр м-н алмашына. БР-ҙа Х. — баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын икенсел сульфидтар м-н байыҡтырыу ярым зонаһының типик минералы, баҡырлы ҡомташтарҙың төп минералдарының береһе.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023