Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАН

Просмотров: 426

ХАН (төркисә), төрки халыҡтарҙа юғары ҡатлам титулы; Монгол империяһында дәүләт башлығы, улусҡа идара итеүсе. Алтын Урҙала Х. титулына Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәре дәғүә итә алған. Монголдарҙың яулап алыуынан һуң башҡорттар Алтын Урҙа Х. (Батый, Иҙеүкәй, Туҡтамыш, Үзбәк һ.б.),һуңыраҡ Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы, Ҡаҙаҡ ханлығы (Аҡназар,

Ҡәйеп һ.б.) йоғонтоһо аҫтында була. Шәжәрәләрҙә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа тышҡы хәрби хәүеф, ҡәбилә-ара ыҙғыш (Иҫән хан, Мәсем хан, Мөйтән бей һ.б.), һуңыраҡ башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) осорҙарында һайлап ҡуйылған башҡорт хандары (1740 й. Ҡараһаҡал башҡорт ханы Солтангәрәй тип иғлан ителә) т-да мәғлүмәттәр һаҡланған. Х. башҡорт ырыуҙары берләшмәлә­ренә етәкселек иткән, ерҙәрҙең номиналь хужаһы, ғәскәр башлығы, юғары судья булған, башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалған, башҡа халыҡтар м-н дипломатик һөйләшеүҙәр алып барған. Х. ҡоролтайҙа ырыу-ҡәбилә башлыҡтары араһынан һайлап ҡуйылған. Йыйында хан дәрәжәһенә күтәреү йолаһы үткәрелгән: Х. аҡ кейеҙгә ултыртып, өс тапҡыр юғары күтәргәндәр, ш. уҡ Х. малын тартып алыу (“хан талау”) йолаһы башҡарылған, ул Х. шәхси милектән мәхрүм итеп, халыҡ тәьминәтенә күсереүҙе аңлатҡан.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А., С у л т а н о в а А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2009; Ю с у п о в Ю.М. История Башкортостана XV—XVI веков (социально-политический аспект). Уфа, 2009.

Ю.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019