Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАНЖИН Михаил Васильевич

Просмотров: 374

ХАНЖИН Михаил Васильевич (17.10. 1871, Сәмәрҡәнд ҡ. — 30.12.1961, Джамбул ҡ.), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Артиллериянан ген. (1919). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Михайловка артиллерия акад. (С.-Петербург, 1899), Офицерҙар артиллерия мәктәбен (С.-Петербург губ. Царское Село ҡ., 1903) тамамлаған. 1890 й. алып Рус армияһында, ген.-майор (1914); 1918 й. июненән Себер армияһында, дек. алып Рус армияһында. 1903 й. башлап 36-сы артиллерия бригадаһының 4-се батарея ком., 1905 й. — Офицерҙар артиллерия мәктәбе уҡытыусыһы, 1910 й. — 44-се, 1914 й. — 19-сы артиллерия бригадаһы ком., 1915 й. алып 12-се пехота див. нач., 1916 й. башлап 8-се армияның, дек. — Румыния фронтының, 1917 й. алып Юғары баш командующий штабындағы артиллерия инспек­торы. 1918 й. майынан Ырымбур губернаһының баш күтәреүселәр отрядтарынан 7-се Урал пехота див. ойоштороу м-н шөғөлләнә. Июлдән Урал корпусы ком. (ҡара: Урал тау уҡсылары корпусы). 1919 й. ғин.—июнендә Көнбайыш армия командующийы. Окт. алып А.В.Колчак хөкүмәтендә хәрби министр. 1920 й. ғин. Ҡытайға күсеп китә. 1945 й. сент. совет ғәскәрҙәре Манжурияны баҫып алғандан һуң ҡулға алына (10 йылға хөкөм ителә). 1955 й. башлап Ҡаҙағстанда йәшәй. 2-се (1918), 3-сө (1915) һәм 4-се (1907) дәрәжә Изге Георгий орд., Георгий ҡоралы, сит ил орд. м-н бүләкләнгән.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019