ХАННАНОВ Вәсил Мирғәзийән улы
ХАННАНОВ Вәсил Мирғәзийән улы (26.9.1956, Октябрьский ҡ.), рәссам. РФ-тың (2017) һәм БР-ҙың (1999) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлаған (1979; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров). Х. ижади алымы нигеҙендә мәңгелек темаларҙы хәҙ. заман призмаһы аша яңынан фәлс. төшөнөү ята. Рәсем сәнғәте, графика, ассамбляж өлкәһендә эшләй. Төрки мәҙәниәт архетиптары “Мәсеттәр” серияһында (1989), “Йәннәт баҡсаһы” (“Ҡапҡалар”), “Сөйөмбикә” (икеһе лә — 1993) эштәрендә сағылдырыла, Х. был әҫәрҙәрендә мосолман каллиграфияһы элементтарын ҡуллана. “Төшөнөү” (1990), “Апокрифик ҡойолмалар” (1994), “Асыш” (1996—2003), “Һыйырҙар” (1998 — 2000; изге хайуандар т-да, 300-гә яҡын әҫәр инә), “Ҡала мотивы” (2001) сериялары авторы. Х. сәнғәтенә метафоралар һәм билдәләр хас, классик темалар һәм сюжеттарға символик интерпретация биреү м-н айырылып тора: “Миф тыуыу”, “Ҡатын-ҡыҙ мифтары” сериялары (икеһе лә — 1990—96). Уның ижадындағы яңы этап “Йәшерен сфера” (2003), “Иҫ киткес” (2004), “Инфанталар” (2007), “В.Х., Гоген һәм башҡалар” (2008), “Ню-опсе”, “Өләсәйем ҡөрьәне” (икеһе лә — 2009), “Фарсы мотивтары” (2014) һ.б. художество проекттары өҫтөндәге эшкә бәйле. “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе ағзаһы (1990, 1992 й. алып етәксе), БР-ҙа тәүге перформанстарҙы ойоштороусыларҙың береһе (1997 й. башлап). Н.Латфуллин ис. Хәҙ. сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы һәм уның дир. (2002; ҡара: Н.С.Латфуллин), “ВысокоХудожественный журнал” (“Юғары художестволы журнал”) баҫмаһын (2005, 2009 й. алып йыллыҡ альманах; икеһе лә — Өфө) ойоштороусы һәм уның баш мөхәррире, төбәк [“Ай балҡышы” (“Сияние лун”), 2001 й. башлап], халыҡ-ара [“Хәбәр” (“Хабар”), 2006 — 10] һ.б. художество проекттары авторы һәм кураторы. 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1981, 1988, 1998, 1999, 2006 — 11, 2016, 2017), Когалым (1988), Октябрьский (1988, 1998), Новосибирск (2007), Ижевск (2008), Мәскәү (2009), Пермь (2010), Омск (2012), Стәрлетамаҡ (2014) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Хәҙ. сәнғәт музейы (Мәскәү), Новосибирск дәүләт художество музейы коллекцияларында, ТР һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан), хәҙ. урыҫ сәнғәте музейында (Джерси-Сити ҡ., АҠШ) һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Туран” Халыҡ-ара фонды пр. лауреаты (Ҡазан, 1994).
Л.В.Бондаренко
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова