Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАННАНОВ Рәсих Нурғәле улы

Просмотров: 407

ХАННАНОВ Рәсих Нурғәле улы (28.10.1931, БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Ҡырмыҫҡалы а.), яҙыусы, журналист. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1981). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1979) ағзаһы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1969). 1957 й. алып “Трудовая слава” (“Хеҙмәт даны”; ҡара: “Кармаскалинская новь”) гәз., 1962 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. хеҙм-ре: әҙәби хеҙм-р, үҙ хәбәрсе, 1971 й. башлап мөхәррир урынбаҫары, 1992–94 йй. баш мөхәррир. “Йәшлек ҡанаттары” исемле тәүге очерктар йыйынтығы 1970 й. сыға. “Юл буйында күк сәскә” (1986), “Утлы күкрәү” (2006), “Тамуҡ ҡаҙаны” (2001) романдарын үҙ эсенә алған трилогияһында хәҙ. замандың әхлаҡи проблемалары күтәрелә. “Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!” (1980) повесында Б.В. һуғышы осорондағы үҫмерҙәр тормошо, уларҙың еңеү хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәте күрһәтелә. “Күңел нуры” (1982), “Ҡатынға бүләк” (1985) хикәйәләр йыйынтыҡтары, балалар өсөн “Ҡыр ҡаҙҙары киткәндә” (1975), “Әйтем юҡҡа әйтелмәҫ” (1978) хикәйәләр китаптары һ.б.авторы. Шағир Ярлы Кәрим тормошоноң һуңғы көндәренә арнал­ған “Шағирҙың мөхәббәте” драмаһы һ.б. пьесалары “Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш” (2002) китабына ингән; Х. драматургик әҫәрҙәре БР, ТР, Мәскәү, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан театрҙарында ҡуйылған. Яҙыусы ш. уҡ мәҫәл, нәҫер, парса, робағи, хикәйә, эссе жанрҙарында ижад итә. Уның шиғырҙарына комп. С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин, Т.М.Шәрипов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә мәҙәни, иҡт. тематикаға арналған мәҡәләләр м-н сығыш яһай. “Океандың аръяғында” (1993) юл яҙмалары, “Кемгә ышанырға” (2014; татар телендә) публицистик дилогияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. (1994), Ә.Атнабаев ис. (2005) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Диңгеҙ ҡарлуғасы: хикәйәләр һәм нәҫерҙәр. Өфө, 1973; Йөрәк аша үткән һуҡмаҡтар. Өфө, 2010; Салауат ялҡыны: шиғырҙар, пьеса, драма. Өфө, 2017.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019