Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ВАСЬКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ЯҢЫ ВАСЬКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 3 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 118 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 442 кеше; 1920 — 487; 1939 — 535; 1959 — 415; 1989 — 206; 2002 — 201; 2010 — 172 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Васькин а. (хәҙ. Иҫке Васькин а.) кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. 20 йортта 131 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019