Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАННАНОВА Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы

Просмотров: 540

ХАННАНОВА Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы (1.1.1970, БАССР-ҙың Дыуан р-ны Иҫке Хәлил а.), шағирә. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1991) Белорет р-ны мәктәптәрендә, 2001 й. алып “Шоңҡар” ж., 2003 й. — Өфө ҡ. ҡала округының Киров р-ны хакимиәтендә эшләй, 2011 й. башлап Өфө ҡ. Ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы бүлеге начальнигы. Балалар өсөн яҙылған “Сәғәт менән һөйләшәм” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1994 й. сыға. Х. шиғриәтенә эскерһеҙлек, романтизм, хислелек хас. “Килен тәңкәһе” (2004)  шиғри  йыйынтығында  мөхәббәт,  йәшәү  мәғәнәһе,  тыуған  ер  т-да  яҙа.  Х. шиғырҙар циклы “Бәйге” (1993), “Ал да нур сәс халҡыңа...” (2008) коллектив йыйынтыҡтарына ингән. Х. әҫәрҙәре сыуаш, татар, төрөк, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов һ.б. йырҙар ижад иткән. Ш.Бабич ис. (2004), Р.Хисаметдинова ис. (1996) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...: шиғырҙар, поэма. Өфө, 2018.

Тәрж.Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019