Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАНОВ Закирйән Хан улы

Просмотров: 1044

ХАНОВ Закирйән Хан улы [7.2.1920, АСБР-ҙың Дыуан-Ҡошсо кантоны Лағыра.(БР-ҙың Салауат р-ны) — 9.8. 1990, Сибай ҡ.], актёр. БАССР-ҙың халыҡ (1978) һәм атҡ. (1971) артисы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—40 йй. һәм 1946 й. алып Ҡыйғы колхоз-совхоз театры (ҡара: Минһажев Ғ.исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры), 1952—87 йй. Сибай драма театры актёры. Баҙыҡ ҡиәфәте, юғары сәхнә мәҙәниәте, ижад диапазонының киңлеге Х. 60—80-се йй. Сибай башҡорт драма театрының иң популяр актёрҙарының береһе булырға мөмкинлек бирә. Уның башҡарыу сәнғәте милли сәхнә өсөн традицион булған классик урыҫ театр мәктәбе һәм башҡорт фольклоры нормаларының синтезынан үҫеп сыға. Төп ролдәре: сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәре б-са — Миллер (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Тартюф (Мольерҙың ш. уҡ исемле комедияһы); ватан әҙәбиәте әҫәрҙәре б-са — Сквозник-Дмухановский   (“Тикшереүсе”, Н.В.Гоголь),   Сергей   Тюленин [“Батырҙар”, А.А.Фадеевтың  “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б-са В.Ғ.Ғәлимов спектакле],     Юлай     (“Һаҡмар”, С.М.Мифтахов), Тимербулат     (“Ул     ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Ризуанов (“Зәйтүнгөл”, Н.Асанбаев). Ырыу аҡһаҡалдары образдарын ижад иткән: Әҙел (“Башҡорт туйы”), Ғәлим (“Ҡыҙыл йондоҙ”, М.Ғафури), Бәхтейәр (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т. Ғиззәт), Сәйетбаба (“Ҡара сәскәләр”, С.Ямалдың ш. уҡ исемле романы б-са Ғәлимов спектакле).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019