Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЕРГӘН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 592

ЯҢЫ ЕРГӘН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Яңы Ергән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1917 й. — 857 кеше; 1939 — 636; 1959 — 414; 1989 — 500; 2002 — 601; 2010 — 629 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1891 й. Орск өйәҙендә алтын приискыһы хужаһы И.Ф. Лазаревтың ерҙәрендә Киев, Харьков һ.б. губерналарҙан күсеп килеүселәр Яңы Ергән утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Таналыҡ й. һыубаҫар туғайы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019