Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 588

ЯҢЫ ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ, капитализмдан социализмға күсеү осоронда Совет дәүләтенең халыҡ хужалығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән саралар системаһы. 1921 й. мартында РКП(б)‑ның 10‑сы съезында продразвёрстканы аҙыҡ‑түлек һалымы м‑н алмаштырыу т‑да ҡарар ҡабул ителә, ул хәрби коммунизм сәйәсәтенән баш тартыуҙы һәм Я.и.с. күсеүҙе аңлата. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1921 й. 21 мартындағы декреты м‑н а.х. производствоһының төп продукцияһына (иген, картуф, ит, май, йомортҡа, бал, йөн, иген фуражы, бесән һ.б.) аҙыҡ‑тү­лек һалымы индерелә, ул урындағы шарттарға һәм крәҫтиән хужалыҡтарының байлығына ҡарап билдәләнә. Һалым күләме развёрстка күләменән ике тапҡырға аҙыраҡ була. Аҙыҡ­түлек һалымын индереү крәҫтиәндәргә артып ҡалған продукцияны һатырға мөмкинлек бирә, был а.х. үҫешенә булышлыҡ итә. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1922 й. 17 мартындағы декреты м‑н берҙәм натуралата һалым индерелә, ул арыш йәки бойҙайҙың һәр ботонан сығып иҫәпләнә һәм иген, май биреүсе культураларҙың орлоҡтары, картуф, ит һәм май рәүешендә алына. 1922 й. Башҡортостан дәүләткә 5 млн 841 мең бот иген тапшыра. Дәүләт крәҫтиәндәргә орлоҡто ссудаға бирә, а.х. машиналарын, эш малын, инвентарь һатып алыу, һөнәрселек кәсебе ойоштороу һ.б. өсөн кредит м‑н ярҙам итә; ялланма хеҙмәттән файҙаланыу, етештереү сараларын ҡуртымға алыу рөхсәт ителә. Ваҡ һәм урта пр‑тиелар дәүләткә һәм кооператив ойошмаларға, айырым шәхестәргә ҡуртымға бирелә. 1922 й. Башҡортостанда 140 пр‑тие ҡуртымға (ҡара: Ҡуртым предприятиеһы), шуларҙың 45‑е айырым шәхестәргә, тапшырыла. Я.и.с. башланғанда хосуси милектә булған пр‑тиелар национализацияланмай. Национализацияланған ваҡ сәнәғәт өлөшләтә элекке хужаларына кире ҡайтарыла. Концессия, ҡуртым, ҡатнаш йәмғиәттәр сифатында дәүләт капитализмы ҡулланыла. Урындағы хужалыҡ әйләнеше сиктәрендә сауҙа ойошторола, сәнәғәт һәм а.х. араһында кооперация аша тауар алмашыу яйға һалына. 1922—24 йй. аҡса реформаһынан һуң натуралата һалым аҡса һалымына алмаштырыла. Халыҡ хужалығына идара итеү органдары үҙгәртеп ҡорола. Башҡортостан пр‑тиеларына идара итеү өсөн хужалыҡ иҫәбендәэшләгән “Башпром”, “Башорлес”, “Башгортрест” һәм “Башторг” трестары ойошторола. Я.и.с. Граждандар һуғышы эҙемтәләрен һәм бөлгөнлөктө бөтөрөргә мөмкинлек бирә. 20‑се йй. уртаһынан етештереү мөнәсәбәттәре демократизмы һәм бюрократик партия‑дәүләт структуралары араһында ҡаршылыҡтар көсәйә. Планлы иҡтисадҡа күсеү, илде инду­стриялаштырыуҙы тиҙләтеү 30‑сы йй. башына Я.и.с. тулыһынса бөтөрөлөүенә килтерә.

Р.Әәүләтшин Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019