Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ИЛЕК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

ЯҢЫ ИЛЕК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Киләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 657 кеше; 1920 – 804; 1939 – 814; 1959 – 720; 1989 – 452; 2002 – 429; 2010 — 369 кеше. Керәшендәр йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Илек а. (хәҙ. Иҫке Илек а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яҡтыкүл исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 46 йортта 327 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. Е.Ф. Кириллова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019