Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЙОМАШ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 320

ЯҢЫ ЙОМАШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 92 кеше; 1920 – 256; 1939 – 372; 1959 – 376; 1989 – 312; 2002 – 340; 2010 — 296 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мичуринск урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Йомаш а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019