Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЙҮЗӘЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 307

ЯҢЫ ЙҮЗӘЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 41 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 48 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 553 кеше; 1920 — 633; 1939 — 639; 1959 — 356; 1989 — 166; 2002 — 131; 2010 — 119 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1865 й. 38 йортта 219 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ часовня, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, мөгәзәй, тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019