Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЙӘЛДӘК, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 379

ЯҢЫ ЙӘЛДӘК, Борай р‑нындағы ауыл, Вострецов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1047 кеше; 1920 — 1213; 1939 — 1137; 1959 — 939; 1989 — 452; 2002 — 405; 2010 — 308 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Баҙраҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1889 й. араһында Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Ҡаҙы‑Йәлдәк а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 147 йортта 903 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет (1889 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019