Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЙӘНБӘК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 570

ЯҢЫ ЙӘНБӘК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 323 кеше; 1920 — 381; 1939 — 386; 1959 — 227; 1989 — 218; 2002 — 217; 2010 — 187 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында Стәрлетамаҡ өйәҙе Йәнбәк а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Йәнбәк а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 40 йортта 139 кеше йәшәгән. Земство мәктәбе булған. 1906 й. мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. Й.Т.Абыҙгилдин, Ғ.Ғ. Туҡаев, Ә.Хәким, З.А. Әхмәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019