Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ЙӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 315

ЯҢЫ ЙӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Йәш й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 339 кеше; 1920 – 278; 1939 – 258; 1959 – 259; 1989 – 152; 2002 – 151; 2010 — 143 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында Йәшбаш исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала, 1594 й. алып билдәле. Шулай уҡ Үрге Йәш булараҡ теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 41 йортта 229 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете иҫәпкә алынған.

В.А.Акиев Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019