Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КИҘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 331

ЯҢЫ КИҘГӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2376 кеше; 1920 – 2505; 1939 – 1788; 1959 – 1388; 1989 – 627; 2002 – 576; 2010 — 491 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Таҙлар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1736 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Киҙгән а. (хәҙ. Иҫке Киҙгән а.) яһаҡлы татарҙары нигеҙ һала. 1795 й. 459 кеше йәшәгән, 1865 й. 264 йортта — 1484 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 4 мәсет, 3 мәҙрәсә, 5 бакалея кибете теркәлгән. Э.Ш. Хәмитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019