Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КИЛБАҠТЫ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 326

ЯҢЫ КИЛБАҠТЫ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 629 кеше; 1920 – 523; 1939 – 497; 1959 – 454; 1989 – 377; 2002 – 394; 2010 — 360 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1678 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1594 й.) алып билдәле. 1795 й. 184 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 63 йортта 376 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019