Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КИЛМӘТ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 323

ЯҢЫ КИЛМӘТ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 360 кеше; 1920 – 331; 1939 – 345; 1959 – 263; 1989 – 225; 2002 – 179; 2010 — 151 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баймырҙа урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәмариҙар нигеҙ һала, 1786 й. алып Кимәт исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Килмәт, Төлдө исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 31 йортта 203 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019