Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КЛЮЧЕВО, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 294

ЯҢЫ КЛЮЧЕВО, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 381; 1939 – 203; 1959 – 277; 1989 – 189; 2002 – 176; 2010 — 154 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер­акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 31 йортта 183 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Кесе Сорокин, Ключи исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. грамота мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019