Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КОНСТАНТИНОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 269

ЯҢЫ КОНСТАНТИНОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 567 кеше; 1920 — 792; 1939 — 730; 1959 — 461; 1989 — 105; 2002 — 118; 2010 — 99 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1895 й. Бәләбәй өйәҙендә Полтава губ. украин крәҫтиәндәре 2‑се Константиновка ширҡәте ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 14 йортта 118 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. исем) сиркәү, земство мәктәбе, ел тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. 1‑се Я.К. һәм 2‑се Я.К. булараҡ иҫәпкә алынған. С.С.Овчаров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019