Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КРАСНОЯР, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 298

ЯҢЫ КРАСНОЯР, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Краснояр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Косяковка т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 514 кеше; 1920 — 489; 1939 — 681; 1959 — 509; 1989 — 321; 2002 — 381; 2010 — 473 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ҡуғанаҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Левашовтың алпауыт крәҫтиәндәре Красный Яр исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 42 йортта 284 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә Краснояр ширҡәте ҡасабаһы булған. 1920 й. һәм 1939 й. Я.К. һәм Иҫке Краснояр аа. теркәлгән, улар һуңынан хәҙ. исемдәге бер ауыл булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019