Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КУМАК, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 372

ЯҢЫ КУМАК, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Орск ҡ. көнбайыш ситендә Урал й. һул ярында урынлашҡан. 1958 й. асылған һәм 1959 й., 1962 й. М.Г. Мошкова, 1971—73 йй. Ф.К. Смирнов, 1979—94 йй. С.Н. Заседателева тарафынан өйрәнелгән. Тупраҡ һәм таштан өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 10—50 м, бейеклеге 0,35—4,7 м) иҫәбенә инә. 70‑тән ашыу ҡурған өйрәнелгән; ҡәберлек майҙанының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 8 км. Ҡәберҙәрҙең төп өлөшө Савромат мәҙәниәтенә һәм Сармат мәҙәниәтенә, бер өлөшө Андрон мәҙәни‑тарихи берлегенә һәм Алтын Урҙа дәүеренә ҡарай. Ерләү ҡоролмалары катакомбаларҙан, ағас түшәмәләрҙән һәм көмбәҙ тибындағы ҡоролмаларҙан ғибәрәт. Яңғыҙ һәм бер нисә мәйетте бергә ерләү, ш. уҡ элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Мәйеттәр тура мөйөшлө йәки оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорҙарында ерләнгән, киртләсле, көпләнгән, ер аҫты юлы булған ҡәберҙәр осрай. Ҡайһы бер ҡурған өйөмдәрендә ҡорбан ителгән хайуандар (ат) һөйәге табылған. Керамика Савромат (яҫы төплө, һемәкле), Сармат (түңәрәк йәки яҫы төплө, тар муйынлы, өсмөйөштәр, төртөктәр м‑н биҙәлгән) мәҙәниәттәре һауыттарынан ғибәрәт. Ҡәбергә эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, һөйәк тишкестәр, ҡайраҡ таштары, тимер беҙҙәр), ат егеү кәрәк‑ярағы (бронза айылдар, ауыҙлыҡтар, дүңгәләктәр, йүгән суҡтары), биҙәүестәр (быяла муйынсаҡтар, бронза беләҙектәр, муйынсаҡтар, сикә балдаҡтары һәм сулпылары, тегеп ҡуйыла торған алтын айылдар, муйынсаҡ бөртөктәре, һырғалар), ҡорал (һаҙаҡ һәм ағас йәйә өлөштәре, һөйәк һәм бронза уҡ башаҡтары, тимер ҡылыстар, бысаҡтар, айбалталар, һаҙаҡ элмәктәре), көнкүреш әйберҙәре (һөйәк ҡалаҡтар, тығындар, сынаяҡтар һәм футлярҙар, табаҡтар, бронза көҙгөләр), хайуан һөйәктәре һалынған. Боронғо мысыр, боронғо фарсы, элам һәм аккад телдәрендә “Артаксеркс, бөйөк фирғәүен” тип яҙылған б.э.т. 5 б. алебастрҙан эшләнгән боронғо Мысыр һауыты, Әһәмәниҙәр осоронда эшләнгән көмөш ритон һәм алтын түш сулпыһы уникаль әйберҙәр булып тора.

Ҡомартҡы Көньяҡ Урал савроматтарының һәм сарматтарының Арал яны саҡтары м‑н үҙ‑ара йоғонтоһо процесын сағылдыра. Я.ҡ. материалдары А.С.Пушкин ис. Дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Мәскәү), Орск тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: С а в е л ь е в а Т.Н., С м и р н о в К.Ф. Ближневосточные древности на Южном Урале //Вестник древней истории. 1972. №2; З а с е д а т е л е в а С.Н. Прохоровское по­гребение Ново‑Кумакского могильника. К вопросу взаимодействия степного и лесного населения Южного Урала в раннем железном веке //Этнические взаимодействия на Южном Урале: материалы III регион. науч.‑практ. конф. Челябинск, 2006.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019