Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ КҮСКИЛДЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

ЯҢЫ КҮСКИЛДЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Урмияҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 538 кеше; 1920 — 592; 1939 — 449; 1959 — 551; 1989 — 423; 2002 — 391; 2010 — 330 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1796 й. һәм 1811 й. араһында Бөрө өйәҙе Балыҡсы улусы Күскилде а. (хәҙ. Иҫке Күскилде а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Күскилде исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. (хәҙ. исем) 43 йортта 286 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. С.Ғ.Шабиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019