Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК МУТАГЕНДАР

Просмотров: 357

ХИМИК МУТАГЕНДАР, мутациялар тыуҙырыу һәләтенә эйә булған матдәләр. Тура тәьҫирле (ДНК, РНК һәм ҡайһы бер аҡһымдарҙы модификациялай) һәм тәьҫире тура булмаған (промутагендар – аҙаҡҡы инерт матдәләр, микросомалы оксидазалар системаһы м-н ферментатив окисланыу һөҙөмтәһендә организмда Х.м. әүерелә) Х.м. айырыла. Электрофил Х.м. алкиллаштырыусы (диазоалкандар,азот,көкөрт,фосфор к-таларының һәм алкансульфокислоталарҙың эфирҙары), аминоэтилирлаусы (2-хлорэтиламин, этиленимин һәм уларҙың сығарылмалары) һәм оксиэтилирлаусы (этиленоксид һәм уның сығарылмалары) берләшмәләр, альдегидтар, ш. уҡ гидролитик тарҡалыуы ваҡытында актив алкилдиазогидроксидтар барлыҡҡа килгән ҡайһы бер нитрозоберләшмәләр инә. Нуклеофил Х.м. гидроксиламин, о‑метилгидроксиламин, гидразиндар, натрий бисульфиты һ.б. ҡарай. Химик матдәләрҙең мутаген активлығы про-йәки эукариоттарҙың күҙәнәктәрендә in vitro тәжрибәләрен үткәреү һәм ДНК-ның боҙолоу дәрәжәһен туранан-тура өй­рәнеү һәм токсиканттар тәьҫиренә дусар ителгән хайуандарҙа хромосома аберрацияларын асыҡлау юлы м-н билдәләнә. Х.м. ауыл хужалығы үҫемлектәрен һәм файҙалы микроорганизмдарҙы селекциялау ваҡытында яһалма һайлап алыу өсөн материал булып торған мутацияларҙы алыу маҡсатында файҙаланыла. Тирә‑яҡ мөхиттәге мөмкин булған Х.м. табыу, сәнәғәт синтезы продукттарын (синтетик буяуҙар, дарыуҙар, пестицидтар һ.б.) мутагенлыҡҡа тикшереү тест-системалар ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда тирә-яҡ мөхитте һәм производство мөхитен Х.м. м-н бысратыу сығанағы булып нефтехимия һәм химия сәнәғәте пр-тиелары тороуы мөмкин. Медицина университетында, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында Х.м. эҙләү һәм кеше организмына тәьҫирен асыҡлау б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР-ҙа Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан һыуҙа, һауала һәм аҙыҡ-түлектә Х.м. булыуына санитария-гигиена мониторингы үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Канцерогендар, Токсикология, Химик бысраныу, Химик экология.

Әҙәб.: К у ц е н к о С.А. Основы токсикологии. СПб., 2004.

Р.Б.Ибәтуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019