Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАБАН, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1074

ЯҢЫ ҠАБАН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡабан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 60 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. – 1173 кеше; 1920 – 1411; 1939 – 1582; 1959 – 1136; 1989 – 1160; 2002 – 819; 2010 – 926 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1839 й. Бөрө өйәҙе Гәрә улусы Ҡабан/Иҫке Ҡабан а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 71 йортта 655 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шө­ғөлләнгәндәр. Уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 4 ел тирмәне, 3 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Яңы Ҡабан ҡаласығы урынлаш­ҡан. Л.Т.Ғилметдинова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019