Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИКТАР СОЮЗЫ

Просмотров: 386

ХИМИКТАР СОЮЗЫ, химия һәм химик технология, нефть буйынса белем биреү, химия һәм химик технология белеме биреү өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙың, химия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте белгестәренең, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, сиктәш тармаҡтар һәм идара итеү өлкәһе хеҙм-рҙәренең ижади берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1941 й. Өфөгә эвакуацияланған Днепропетровск, Киев һәм Харьков бүлексәләре нигеҙендә 1943 й. Д.И.Менделеев ис. Бөтә Союз химия йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе булараҡ ойошторола. 1955 й. Д.И.Менделеев ис. Бөтә Союз химия йәмғиәтенең Башҡ-н респ. идараһына үҙгәртелә, 1992 й. алып Д.И.Менделеев ис. Башҡ-н химиктар союзы. Структураһына 1946 й.– дөйөм химия, химик контроль, нефть, силикаттар химияһы, фармакол.; 1944 й. — биохимия, нефть, химик контроль, физик, технологик, аналитик химия, химия уҡытыу, силикаттар һәм төҙөлөш материалдары химияһы; 50-се йй. – һоро күмер, химия-технология, аналитик химия, урта мәктәптәрҙә химия, вуздарҙа физика уҡытыу; 1968 й. – нефтехимия, силикаттар һәм сәнәғәт төҙөлөш материалдары химияһы, а.х. химиялаштырыу, иҡтисад һәм хеҙмәтте фәнни ойоштороу, аналитик химия, вуздарҙа, урта мәктәптәрҙә химия уҡытыу, йәш химиктар секциялары инә. Ғилми-тикшеренеү учреждение­ларында, вуздарҙа һәм пр-тиеларҙа беренсел ойошмалары бар. Юғары органы – съезд (5 йылға 1 тапҡыр). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кадрҙар әҙерләү системаһының үҫешенә, инженер-техник хеҙм-рҙәрҙең, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ итеү, производство эшмәкәрлегенең йүнәлештәре б-са консультациялар биреү. 1945—70 йй. “Жидкое и твёрдое топливо” (“Шыйыҡ һәм ҡаты яғыулыҡ”) ж. нәшер итә. Химия, химик технология­ларҙың һ.б. ҡаҙаныштары т-да фәнни-популярлекциялар, нефттең көкөрторганик берләшмәләре, сеймал ресурстарын комплекслы файҙаланыу, етештереү процестарын аналитик контролдә тотоу, пр-тиеларҙың ағынты һыуҙарын таҙартыу, а.х. химиялаштырыу, гербицидтарҙы, полимер материалдарҙы ҡулланыу, төҙөлөш материалдарының сифатын яҡшыртыу б-са фәнни-техник консультациялар, конференциялар үткәрелә. Бәләкәй (Стәрлетамаҡ ҡ. “Вазифа” экологик фирмаһы) һәм ҡатнаш (“Башҡортостан-Израиль хеҙмәттәшлеге” эшлекле ассоциацияһы) пр-тиелар ойош­тороуҙа ҡатнаша. Х.с. – “РИОР” мәғлүмәт бюллетенен, “Башкирский химический журнал” (“Башҡортостан химия журналын”) ж. ойоштороусыларының береһе. Фәнни-техник кон­ференцияларҙың материалдары йыйынтыҡтарын, мәктәп һәм вуз уҡытыусыларының методик эштәрен нәшер итә. Рәйестәре: А.С.Бергман (1943 й. алып), И.А.Хризман (1944 й. алып), Д.Л.Рахманҡолов (1979 й. алып), У.Б.Имашев (1992 й. алып), Р.С.Мөсәүиров (1995 й. алып).

Ф.Н.Латипова, Р.М.Мәзитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019