Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 662

ЯҢЫ ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл‑Ҡайпан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Бө­дөм й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 466 кеше; 1920 — 501; 1939 — 398; 1959 — 466; 1989 — 485; 2002 — 524; 2010 — 485 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы Ҡайпан а. (хәҙ. Иҫке Ҡайпан а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1758 й. алып билдәле. 1795 й. 20 йортта 75 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 382 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019