Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАЙЫНЛЫҠ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 409

ЯҢЫ ҠАЙЫНЛЫҠ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Үле Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 879 кеше; 1920 – 1062; 1939 – 1086; 1959 – 732; 1989 – 599; 2002 – 576; 2010 – 615 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, оло йәштәге яңғыҙ граждандарҙы һәм инвалидтарҙы соц. хеҙмәтләндереү үҙәге, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ш.С.Сөләймәновтыңйорт‑музейы, мәсет бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Гәрә улусы Ҡайынлыҡ а. (хәҙ. Иҫке Ҡайынлыҡ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. (ике ауылдың халҡы бергә иҫәпкә алынған) 103 йортта 596 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендәге ҡарағай урманы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019