Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРАМАЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 528

ЯҢЫ ҠАРАМАЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Яңы Кәлсер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 5 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1594 кеше; 1920 – 1988; 1939 – 1291; 1959 – 703; 1989 – 426; 2002 – 439; 2010 – 392 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 1742 й. Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ даруғаның Ҡарамалы (хәҙ. Иҫке Ҡарамалы а.) һәм Ҡарамалыбаш аа. яһаҡлы татарҙары керҙәшлек килешеүе б‑са Ауырғазы‑Ҡарамалы исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. Я.Ҡ. (Ауырғазы) исеме м‑н теркәлгән, 155 йортта 876 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, һыу тирмәне иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан. 1930—32 йй. Яңы Ҡар(а)малы р‑нының адм. үҙәге булған. Ү.Ғ. Ғимаҙиев, Ғ.Мөлөков, Р.С. Сөләймәнов, З.С.Сурағолова ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019