Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАМ”, башҡорт халыҡ йыры

Просмотров: 638

“ХИСАМ”, “Хисам көйө”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйө З.Ғ.Исмәғилев тарафынан 1947 й. М.И.Ғәлиеванан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында (1964) баҫтырып сығарыла. “Х.” варианттарын Ф.Х.Камаев, Ғ.З. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-эпик йыр. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Муйнаҡ а. (хәҙ. БР-ҙың Ейәнсура р-ны Урта Муйнаҡ а.) тыуған, Ватан һуғышында (1812) ҡатнашҡан Хисам сәсән ижад иткән, тип фараз­лана. Легенда б-са, Хисам сәсән йыр яҙған һәм уны бөтә ғүмере буйы йырлаған. “Х.” көйө киң диапазонлы (дуодецима), орнаментикаға бай булған боролоштар хас. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, С.Ғ. Бараҡов, М.И.Ғәлиева, И.И.Дилмөхәмәтов, Р.Р.Ҡарабулатов, Ф.Й.Ҡу­дашева, Ф.Ғ.Ноғоманова, Ғ.З.Сәфәрғәлин бар. Йырҙы Исмәғилев тауыш һәм фп., хор (a cappella) өсөн эшкәртә. “Х.” ш. уҡ “Ата зары”, “Өҫкәлек” (БР-ҙың Ейәнсура р-нында аҡҡан йылға исеме б-са) тип аталған.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019