Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРАМАЛЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 528

ЯҢЫ ҠАРАМАЛЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1186 кеше; 1920 – 1343; 1939 – 1310; 1959 – 977; 1989 – 705; 2002 – 658; 2010 – 576 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1801 й. бында ш. уҡ шарттарҙа сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1865 й. Я.Ҡ. (Ҡыҙылъяртамаҡ) 61 йортта 558 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1883 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019