Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРАС, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 360

ЯҢЫ ҠАРАС, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 14 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 309 кеше; 1920 – 356; 1939 – 397; 1959 – 389; 1989 – 219; 2002 – 196; 2010 – 114 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1715 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Ҡарас исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 17 йортта 114 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, татар мәктәбе булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019