Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРАТАУЛЫ, Ҡ а р а т а у л ы, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 390

ЯҢЫ ҠАРАТАУЛЫ, Ҡ а р а т а у л ы, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 265 кеше; 1920 (Иҫке Ҡаратаулы а. м‑н бергә иҫәпкә алынған) – 491; 1939 – 303; 1959 – 320; 1989 – 295; 2002 – 354; 2010 – 364 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Әлкә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Өфөөйәҙе Ҡаратаулы улусы Ҡаратаулы/Иҫке Ҡаратаулы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. (Ҡаратаулы а. халҡы м‑н бергә иҫәпләгәндә) 50 йортта 234 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019