Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРЪЯУҘЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 427

ЯҢЫ ҠАРЪЯУҘЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 149 кеше; 1920 — 494; 1939 — 488; 1959 — 474; 1989 — 341; 2002 — 297; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түб. Ҡаръяуҙы аа. кешеләре Бәләкәй Ҡаръяуҙы исеме м‑н нигеҙ һала. 1920 й. Я.Ҡ. (259 кеше) һәм Бәләкәй Ҡаръяуҙы (235 кеше) ауылдары, 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемдәге бер ауыл булараҡ иҫәпкә алынған. Һ.Н.Хунафин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019