Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАРЪЯУҘЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 410

ЯҢЫ ҠАРЪЯУҘЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 327 кеше; 1920 – 367; 1939 – 595; 1959 – 351; 1989 – 184; 2002 – 145; 2010 – 118 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1759 й. һәм 1769 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә О.А.Тәвкилевтең (ҡара: Тәвкилевтәр) алпауыт крәҫтиәндәре Шаранбаш поташ заводы эргәһендә торама булараҡ нигеҙ һала. 19 б. 60‑сы йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 30 йортта 182 кеше йә­шәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. М.Әәрхетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019