Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠАТАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 635

ЯҢЫ ҠАТАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡатай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1594 кеше; 1920 — 1888; 1939 — 1323; 1959 — 1038; 1989 — 615; 2002 — 514; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға 1842 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Ҡатай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 110 йортта 865 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, патока з‑ды, 2 һыу тирмәне булған; Я.Ҡ. эргәһендә Оҙонморон утары иҫәпкә алынған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Й.Күсемов, Ө.Ш. Шәйәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019