Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠОЛСОБАЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 420

ЯҢЫ ҠОЛСОБАЙ, Бөрө рнындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Бөрө заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 391 кеше; 1920 – 556; 1939 – 512; 1959 – 582; 1989 – 524; 2002 – 571; 2010 – 607 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бахтыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1809 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Ҡолсобай а. (хәҙ. Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а.) типтәрҙәре нигеҙ һала. 1865 й. 53 йортта 299 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019