Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠОРМАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 383

ЯҢЫ ҠОРМАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 730; 1939 — 625; 1959 — 450; 1989 — 286; 2002 — 204; 2010 — 201 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡормаш а. (хәҙ. Иҫке Ҡормаш а.) кешеләре нигеҙ һала. 1896 й. 81 йортта 513 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, ярма ярғыс булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мө­гәзәй теркәлгән. Р.Ә.Ғәлләмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019