Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠОТО, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 565

ЯҢЫ ҠОТО, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡото а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Марғыш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1247 кеше; 1920 — 1570; 1939 — 1544; 1959 — 976; 1989 — 615; 2002 — 564; 2010 — 542 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Яңы Ҡото урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Йәлдәк улусы Ҡото а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 174 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 107 йортта 635 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән. М.Харис, В.Ш. Шаһапов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019