Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАМЕТДИНОВ Илдар Иҙел улы

Просмотров: 388

ХИСАМЕТДИНОВ Илдар Иҙел улы (27.11.1959,Өфө), композитор. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). Композиторҙар союзы ағзаһы (1996). ӨДСИ-не тамамлаған (1983, музыка ғилеме, Е.Л.Танкелевич класы; 1996, композиция, Л.З.Исмәғилева класы). 1981—97 йй. Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә, 1996 й. алып урта махсус музыка колледжында, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап ӨДСИ-лә уҡыта. Х. сәнғәтенә традицион Европа музыка жанрҙарын һәм композиция структураларын башҡорт муз. фольклоры элементтары һәм 20 б. композиция техникаһы м-н берләштереү хас. Х. музыкаһы экспрессивлыҡ м-н айырылып тора. Стилистикаһы фольклор көйҙәренең интонацияһын үҙгәртеүгә, пентатоника һәм хроматиканы джаз интонациялары м-н яраштырыуға нигеҙләнә. Байтаҡ әҫәр­ҙәренә драматургик диалогтар хас. Р.Й.Ғариповтың шиғырына яҙылған Вокаль циклында (1994), 1-се ҡыллы инструменттар квартетында (2002), Скрипка һәм фп. өсөн сонатаһында (2008), камера оркестры һәм саксофон өсөн “Хәҡиҡәт джаздамы?” (“Истина в джазе?”) әҫәрендә (2009) һ.б. “мәңгелек темалар” философияһы; Дж.Леннон иҫтәлегенә ҡыллы инструменттар квинтетында (2006), кларнет һәм ҙур симфоник оркестр өсөн “Концерт—рапсодияһында” (2007) һ.б. драматик экспрессия һәм масштаблылыҡ күҙәтелә. Камера әҫәрҙәренә муз. материалды аныҡ тасуирлау, фактураның асыҡлығы, ҡыҫҡалыҡ һәм тапҡырлыҡ хас: Кларнет һәм фп. өсөн соната (1993),“Б.Барток иҫтәлегенә 44 скрипка дуэты” (“44 скрипичных дуэта памяти Б.Бартока”;1998). Композитор ижадында башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәренең эшкәртмәләре мөһим урын алып тора (ҡыллы инструменттар квартеты өсөн “Төйәләҫ”, “Киленсәк”, орган өсөн “Эскадрон”, “Һаҡмар”, “Алты егет”, халыҡ инструменттары оркестры өсөн “Зөлхизә” һ.б.). Балалар музыкаһы өсөн лирик кәйеф, нескә юмор, аныҡ формалар хас [“Шаян помидор” (“Весёлый помидор”), “Күңелле ял” (“Беззаботная прогулка”) фп. миниатюралары, Фп. дүрт ҡул м-н уйнар өсөн концерт вальсы һ.б.]. “Рәсәйҙең йәш композиторҙары” (“Молодые композиторы России”) Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү, 1993), Респ. композиторҙар конкурсы(Өфө, 2000), З.Кодаи ис. Халыҡ-ара композиторҙар конкурсы (Будапешт, 2002) лауреаты; А.Петров ис. Бөтә Рәсәй композиторҙар конкурсы дипломанты (С.-Петербург, 2010).

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019