Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ ҠЫЙЫШҠЫ, Ҡ а р а н, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 376

ЯҢЫ ҠЫЙЫШҠЫ, Ҡ а р а н, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Таҙлар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1014 кеше; 1920 — 1283; 1939 — 1675; 1959 — 1243; 1989 — 1099; 2002 — 1238; 2010 — 1105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡаран исеме м‑н нигеҙ һала, 1791 й. алып билдәле. Шул уҡ ваҡытта бында керҙәшлек килешеүе б‑са Өфөөйәҙе Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Иҫке Ҡыйышҡы а.) типтәрҙәр күсеп ултырған. 19 б. 1‑се ярт. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 90 йортта 563 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. Шулай уҡ Ҡаран‑Ҡыйышҡы булараҡ теркәлгән. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете иҫәпкә алынған. Р.М. Маскулов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019