Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАМЕТДИНОВА Рәмзилә Миндиғәле ҡыҙы

Просмотров: 394

ХИСАМЕТДИНОВА Рәмзилә Миндиғәле ҡыҙы (28.5.1949, БАССР-ҙың Учалы р-ны Сәфәр а. — 4.6.1995, БР-ҙың Салауат р-ны Малаяҙ а.), шағирә. РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1975) Учалы һәм Салауат р-ндары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. “Бүләгем” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1975 й. сыға. Х. ижадына сағыу образлылыҡ, йылы лиризм хас. “Ирәмәл ҡыҙҙары” (1981), “Әсә һүҙе” (1989), “Һандуғас ғүмере” (2001) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарының төп темаһы — тыуған яҡҡа,уның кешеләренә һөйөү.Х.әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Салауат р-нында 1-се Малаяҙ урта мәктәбе бинаһына һәм тыуған ауылында Х. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. 1996 й. Учалы ҡ. һәм Учалы р-ны хакимиәте тарафынан Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары араһында иң яҡшы шиғри китап авторҙарына тапшырылған Х. ис. пр. булдырыла.

Әҫәрҙ.: Моңдоң йәне — мөхәббәт: шиғырҙар. Өфө, 2009.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019