Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ МАСҠАРЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ЯҢЫ МАСҠАРЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Мас­ҡары й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 587 кеше; 1939 — 519; 1959 — 311; 1989 — 162; 2002 — 124; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Билән урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Красноуфимск өйәҙе Бала‑Ҡатай улусы Масҡары а. (хәҙ. Иҫке Масҡары а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Әңгәсәк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 32 йортта 149 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019